Өфөнөң Калинин район суды педофилды үлтергәнсе туҡмаған Владимир Санкинды ғәйепле тип таныны.
Билдәле булыуынса, 34 йәшлек ир таныш үҫмерҙәрҙе осратҡан, тегеләре иһә билдәһеҙ ирҙең боҙоҡ ғәмәлдәр ҡылыуын әйткән. Шунан Санкин 54 йәшлек ирҙе ныҡ итеп туҡмаған, һөҙөмтәлә ул ашығыс ярҙам машинаһында һәләк булған.
Санкин вафат булған ирҙең аҡсаһын да урлаған. Суд уға «үлтереү» һәм «талау» статьялары буйынса хөкөм язаһын тәғәйенләргә тейеш.
Әйткәндәй, 54 йәшлек Владимир Зайцев элек педофилия өсөн 11 йыл төрмәлә ултырған.