Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 13:43

“Яратҡан хеҙмәтемде халыҡҡа бүләк итәм”

Йырсы Әлиә Исҡужина бөгөн тыуған көнөн билдәләй! Яратҡан йырсыбыҙға ижади уңыштар,бәхетле көндәр теләйбеҙ! Һеҙҙең иғтибарға уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ!

“Яратҡан хеҙмәтемде халыҡҡа бүләк итәм”
Бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын күңеленә һеңдереп үҫкән Әлиә Исҡужина Дубайҙа ял иткәндә уның ғәжәп сихри көсөнә тағы бер ҡат инана. Бер нисә көн эсендә тыуған яғын һағынып та өлгөргән ҡыҙ, ҡунаҡханала фортепьянола уйнап, мәшһүр “Шәүрә” не йырлап ебәрә. Уның иркен, моңло тауышы бүлмәгә генә һыймай барлыҡ отелгә тарала.
Биле лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,
Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.
Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян
Шәүрә килен киләм тигәнгә.
Ете ят телдә яңыраған аһәңле йыр донъяның төрлө мөйөшөнән килгән төрлө милләт кешеләренең күңелен яулап ала. Барыһы ла
Йырсы моң һирпелгән урынға йыйыла, әҫәрләнеп йырҙы тыңлай.
“Башымды күтәреп ҡараһам, хатта ҡайһыларының күҙ йәштәре ағыуын күреп, күңелем тулышты, – ти был хаҡта Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы. – Бына ниндәй ғәжәп ҡөҙрәткә эйә мөғжизәле башҡорттоң боронғо йырҙары! Музыка, юғары сәнғәт – тәржемәһеҙ ҙә халыҡ күңелен әсир иткән халыҡ-ара тел. Уның аша теләгән илдә һәр халыҡтың күңеленә үтеп инергә булыуын аңланым”.
Тыуған урыны – Баймаҡ районының Темәс ауылы.
Тыуған йылы – 1989.
Эш урыны – Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Белем алған уҡыу йорто – Сибай сәнғәт колледжы, Өфө дәүләт сәнғәт инстиутты, Башҡорт дәүләт университеты.
– Әлиә, ғәҙәттә, халыҡ билдәле кешеләрҙең иң тәүҙә бала сағы, хыялы менән ҡыҙыҡһына. Йырсы булыу теләге ҡасан тыуҙы?
– Хисле, тыныс бала булдым. Хатта балалар баҡсаһында бүтәндәрҙе шаярмғыҙ тип тыйып йөрөгәнем иҫтә. Тәүге тапҡыр сәхнәлә йырлағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Дүрт йәштә ауылдағы һабантуйҙа “Гөлназ матур ҡыҙ икән!” тигән йырҙы башҡарҙым. Бөтә майҙан гөрләтеп ҡул сапты, бүләккә эшләпә биргәс, шул тиклем ҡыуандым. Шунан бирле миңә сәхнә оҡшап ҡалды. Туғыҙынсы класта уҡығанда ауылдағы музыка мәктәбенә йөрөй башланым һәм шунда уҡытыусым Әлфиә Нурмөхәмәтова халыҡ йырҙарына һөйөү уятты. Иң тәүҙә “Шәһүрә” не өйрәтте. Тиҙҙән Баймаҡта Буранбай Ҡотдосов исемендәге конкурста ошо йырҙы башҡарып, икенсе урыны алдым. Был хаҡта гәзиттәрҙә лә яҙғас, оҡшап ҡалды. Шулай ҙа ул тиклем йырсы булам тип ҡысҡырып йөрөмәнем, эстән генә хыялландым, бәлки, ысын йырсы булыр өсөн бөтөнләй яраҡһыҙмындыр, тип шикләнә инем. Шулай ҙа бөтәһе лә ҡапыл хәл ителде.
– Нисек?
– Туғыҙынсы кластан һуң йәйге каникулда Сибайға туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым. Урам буйлап китеп барһам, “сәнғәт колледжы” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым да ике лә уйлап тормай кереп ҡарарға булдым. Унда Джон Мусин исемле уҡытыусы эшләүен белә инем. Инһәм, колледж тулы йәштәр, һәр береһе матур кейенгән, ә мин ябай ғына күлдәктә. Баҡтиһәң, колледжда ҡабул итеү имтихандары бара икән, әле икенсе тур. Шулай ҙа үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, Камил Вәлиев, Джон Мусинға ниәтемде
белдерҙем. Уларға йырлап, шиғыр һөйләп ишеттерҙем. Икенсе көнгә тағы килергә ҡуштылар. Ҡайтҡас,
апайым менән кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләп табып, өсөнсө турға килдем. Йырсы булырға теләүселәр күп, ә бюджет урынына биш кенә кешене алалар ине. Улар араһына мин дә эләктем.
Джон Мусин ҡулыма аҡса тоттороп: “Һине уҡырға ҡабул итәбеҙ. Документтарыңды алып килеү өсөн бер көн бирәм”, - тине. Шулай ҙа атай-әсәйем минең уҡырға инеүемә бигүк риза булманылар. “Балам, бәлки кире уйларһың, унынсыға уҡырға барырһың”, - тип сентябрь башланғансы ниәтемдән кире һүрергә тырыштылар. Күрәһең, улар сәнғәт өлкәһе, артист һөнәренең ауыр булыуын аңалап, минең башҡа юлдан китеүемде теләгәндәрҙер. Атайым йәшерәк сағында Темәс мәҙәниәт йортон төҙөүҙе ойоштороп, үҙе ете йыл буйы директор булып эшләгән. Тап шуға ла сәнғәттең бөтә нескәлектәре, халыҡҡа күренмәгән яғы уға яҡшы таныш булыуын хәҙер генә аңлайым.
- Ә һин шулай үҙ хыялың тоғро ҡалдың инде...
- Мин бәләкәйҙән тырыш, ныҡыш булып үҫтем. Алдыма алғанды эшләмәйенсә ҡуймай торғайным. Гуманитар фәндәр еңел бирелһә лә, математика, геометрияны ҡара тырышлыҡ менән алдырҙым. Киске алтыла ултырып төнгө икегә, өскә тиклем ултырһам ултырам, өйгә бирелгән эштәрҙе барыбер сисеп ҡуя инем. Шуға ла улар мине теләгемдән һүндерә алманым.Тағы шуныһы – колледжда классик йырҙар буйынса белем бирәләр. Имтихан биргәндә ноталарҙы бөтөнләй белмәй инем, фортепьянола до, ря ноталарының ҡайҙа торғанлығын да күрһәтә алманым. Курсташтарымдың күбеһе махсус музыка мәктәбенән килгәндәр, шуға ла улар алдында ныҡ уңайһыҙ
ине. Шуға ла ныҡ тырышырға тура килде, сәмләнеп уҡыным. Колледж тарихында беренселәрҙән булып яңғыҙ концертымды бирҙем.
– Әлиә, һин республика, халыҡ-ара конкурстарҙа йыш ҡатнашаһың. Операның бишеге Италияла халыҡ-ара вокалистар конкурсында Гран- при яулағанһың. Ауылда үҫкән ҡыҙҙың классик сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы ҡасан башланды?
– Беренсенән, вокалдан тәүге уҡытыусым Джон Мусаинға ҙур рәхмәт белдерәм. Остазым классик сәнғәткә һөйөү уятты, уның нескәлектәрен асты. Атайҙарса ғәжәп хәстәрлекле кеше булды ул. Иртән дәрескә килгәс, иң тәүҙә, тамағың туҡмы, ашаныңмы, тип һорар ине. “Юҡ” тиһәң, бар ашап кил, ас килеш йырлап булмай”, – тип ҡайтарып ебәрә торғайны. Ә инде бер мәл осраҡлы ғына Әлфиә Кәримованың сығышын тыңлағандан һуң, баш көллө операға ғашиҡ булды. Өйҙә концерт ҡарап ултырғанда уның “Һандуғас” романсын башҡарыуын иҫем китеп тыңлағаным хәтерҙә. Һуңынан был йырсы менән ҡыҙыҡһына башланым, романстың авторы Александр Алябьев икәнен белдем. Баҡтиһәң, Әлфиәне ле, бер туған Асҡар һәм Салауат Абдразаҡовтарҙы ла Миләүшә Мортазина уҡытҡан. Минең дә улар кеүек йырсы булғы килде, шуға ла колледжды тамамлағас, артабан ошо йүнәлештә үҫергә теләнем.
– Миләүшә Мортазина үҙенә бөтә кешене лә алмай, тиҙәр. Ә һин уға нисек эләктең?
– Ысынлап та шулай. Милүәшә Ғәли ҡыҙында шул тиклем уҡырға теләге ҙур булһа , уға эләгеп булмай, бөтә кешене лә алмай тигәс, уйға ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, минең алда уҡытыусылар һайлау мөмкинлеге бар ине. Беҙгә кемдә белем алырға
теләүебеҙ хаҡында ғариза яҙырға ҡушҡас, ярай, нимә булһа ла булыр тип, Миләүшә Ғәли ҡыҙын да күрһәттем. Һуңынан уның мине алыуын ишеткәс, шатлығымдан шок хәлендә инем, тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Бик талапасан кеше Миләүшә Ғәли ҡыҙы, һәр дәрескә ҡурҡа-ҡурҡа бара торғайным. Йылдар үткән һайын шундай шөһрәтле уҡытыусыла юғары сәнғәт нескәлектәрен үҙләштереүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән шәхес, аҡылына, тырышлығына, көслө характерына хайран ҡалам, һәр бер һүҙендә тәрәнә мәғәнә ята. Остазым эргәһендә уның әйткәндәрен аңланым тип сығаһың да, аҙаҡтан тағы уйланаһың, аңлап бөтмәүеңде төшөнәһең.
- Ә ни өсөн Опера һәм балет театрына барманығыҙ?
- Мин диплом алған йылда унда урын булманы, шунан филармонияға килдем. Әммә бында ла күңелһеҙләнергә урын юҡ. Рәхәтләнеп халыҡ, классик йырҙарҙы башҡарыу, уларҙы яратҡан тамашасыларыма ишеттереү өсөн мөмкинлек бар.
-Элек-электән йырсы, артист булырға теләгәндәр күп. Яҙмышын сәнғәт менән бәйләргә ниәт иткәндәргә ниндәй кәңәш бирер инең?
- Күптәр йырсы булыуҙы еңел һөнәр, сәхнәлә матур күлдәктәрҙә сығып йырлау, алҡыштарға күмәләр, гөлләмәләр бүләк итәләр, бөтә халыҡ һине таный тип күҙ алдына килтерә. Был бөтөнләй хата фекер. Мәҫәлән, әсәйем Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Өйҙә һәр ваҡыт әҙерләнә, бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерә. “Әсәй, һәр ваҡыт китап-дәфтәрҙәр менән ялҡманыңмы? Ә мин уҡытыусы булмаясаҡмын”, -
ти торғанйым. Минең өсөн уҡытыусынан да ауыр һөнәр юҡ ине кеүек. Бөгөн иһә үҙем профессиональ йырсы булғас, һөнәремдең ни тиклем ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын әйтә алам. Йыр ул – ҙур стресс. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәр стрестарҙан тора. Сәхнәгә сыҡҡан һайын һәр ваҡыт үҙеңде тамашасыға иҫбат итәһең, һөнәри кимәлеңде күрһәтәһең. Сығышың саҡ ҡына һин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, үҙеңә генә түгел, бөтәһенә насар тәьҫир итә. Һәр ваҡыт тышҡы ҡиәфәтең менән күркәм булырға тейешһең. Йырсы һөнәре лә спортсы кеүек ул, өҙлөкһөҙ, даими үҙ өҫтөңдә шөғөлләнеп тормаһаң, тороп ҡалыуыңды көт тә тор. Һауа торошоноң үҙгәреүе лә, берәй ерең ауыртһа, кәйефең булмаһа ла тауышҡа насар тәьҫир итә. Ә тауыш – ул иң ҡатмарлы инструмент. Ни өсөн? Мәҫәлән, фортепьяно, баян, скрипка кеүек уйын ҡоралдарын күҙ алдында тотоп рәтләргә була. Ә йырсының тауышын көйләү үтә сетерекле, ҡатмарлы шөғөл, һәр бер кешегә шәхсән алым кәрәк. Бары үҙеңде тойомлауың менән генә тауышыңды тейешле кимәлгә еткерергә мөмкин. Йырсы булыу туҡланыу йәһәтенән дә күп ризыҡтан алыҫ тороуҙы талап итә. Шунһыҙ тауышыңа зарар килеүе бар. Мәҫәлән, мин һуңғы тапҡыр ҡасан көнбағыш ашағанымды иҫләмәйем. Артыҡ эҫе, тоҙло ризыҡтар ҙа ярамай. Туңдарманы бик яратһам да, йәйге ялда ғына үҙемә тәмләргә рөхсәт бирәм. Яуаплы концерттар алдынан йоҡо туйырға тейеш.
- Ниңә ошо юлдан киттем икән тип уйлаған сағығыҙ буламы?
- Юҡ, сөнки үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә тырышлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо хас, башҡа өлкәлә лә уңышлы эшләй алыр инем. Әммә ни тиклем ауыр булмаһын, һөнәрем оҡшай, уны ләззәт менән башҡарам, ҡәнәғәтләнеү алам. Был иң мөһиме, сөнки шөғөлөң күңелеңә ятырға, һин унан йәшәүгә дәрт, мөхәббәт алырға тейешһең.
-- Әлиә, һине урамда таныйҙармы? Был һиңә оҡшаймы?
- Әлбиттә, оҡшай. Урамда танып, һаулыҡ ҡушһалар, кәйеф күтәрелеп китә. Фотоға төшәйек, тиҙәр, икенселәр ижадым менән ҡыҙыҡһына. Хәҙер бит мөмкинлек күп, өсөнсөләр интернет селтәрҙәрендә теләктәрен яҙалар.
- Танылыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
- Минеңсә, үҙ эшеңде яратып, сифатлы башҡарыу мөһим. Ә популяр булыу хаҡында уйларға кәрәкмәй, сөнки һин бит танылыу өсөн эшләмәйһең, яратҡан хеҙмәтеңде башҡараһың, уны халыҡҡа бүләк итәһең. Күптәр йырсы һөнәрен күңелле, бейейһегеҙ ҙә, йырлайыһығыҙ, тип әйтһә лә, ысынбарлыҡта еңел түгел. Шуға йәнем көйә. Бер йырҙы халыҡҡа сығарыу өсөн күпме хеҙмәт һалынғанын белмәйҙәр. Ҡайһы берҙәрен әҙерләү өсөн йыл буйы эшләргә тура килә. Уның өсөн көйөп-янып йөрөйһөң. Шәхси тормошоңда, бәлки, күңелһеҙ хәл булғандыр, ауырыйһыңмы-юҡмы, барыбыҙ ҙа сәхнәгә сығып, йылмайып, эшеңде матур итеп башҡарырға тейешһең. Шунда ғына халыҡ һинең ижадыңдан ҡәнәғәтләнеү ала. Әлбиттә, сәнғәт булғас, барыһына ла оҡшамауың да мөмкин. Оҡшарға ла тейеш түгелһең, зауыҡ тураһында бәхәсләшмәйҙәр. Мин кемгәлер оҡшамайым икән, уға ғәҙәти ҡарайым, тәнҡит булырға тейеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, теләгән өлкәлә үҙеңде шөғөлөңдө камил итеп башҡарһаң, барыбер баһалаясаҡтар. Әлбиттә, артист халҡына илһам кәрәк. Беҙ халыҡтан, тамашасынан көс алабыҙ, кире бәйләнеш булырға тейеш. Шунда ғына һин ҡанатланып, ижадҡа көс алаһың. Эшләгән кешене бөтә өлкәлә лә, ул теләйме-юҡмы, халыҡ үҙе күтәреп ала.
- Бөгөнгө йыр сәнғәтендә күңелегеҙҙе нимәләр борсой?
- Ни өсөндөр йәштәр бер көнлөк еңел-елпе йырҙарҙы ярата. Ә минең ундай йырҙарҙы енем һөймәй. Тап шуға ла мине өлкәнерәк быуын кешеләре тыңлай. Тағы ла һәүәҫкәрҙәр менән профессиональ йырсыларҙы бутауҙары ғәжәпкә ҡалдыра. Һүҙҙәренең мәғәнәһе булмаған шалтыр-шолтор йырҙарҙы халыҡҡа сығаралар. Кемдер махсус белеме лә булмай тороп тиҫтә йылдар буйы шул һөнәр нескәлектәрен үҙләштергән йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһап йөрөй. Был бит ғәҙелһеҙлек. Әммә классика – мәңгелек. Мәҫәлән, шөһрәтле йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева ошо юлдан тайпылмаған. Әлбиттә, заман бергә атларға кәрәк, шулай ҙа алтын урталыҡты тота белергә кәрәк. Йәш тамашыслар ҙа еңел-елпегә тартыла, әммә беҙ уларҙы беҙ тәрбиәләргә тейеш.
Йәнә хәҙер профессиональ йырсылар күп, конуренция ҙур. Артистар араһында үҙәренең урындарын таба алмағандар күп. Әлегә лә баяғы әрһеҙҙәр бер көнлөк йырҙары менән үрләй, профессионалдар юғалып ҡала. Шуға ла беҙҙә таланттарҙы үҫтереү йәһәтенән продюссерҙар күберәк булһын ине. Әлбиттә, “Ҡурай” йыр-моң каналы, “Башҡорт йыры” проекты ҙур эш алып бара. Әммә барыбер артистарға ярҙам кәрәк.
Беҙҙә таланттар күп, әммә улар шул һәләттәренә генә ышанып, ялҡауланалр, үҙ өҫтөндә эшләмәйҙәр һәм шуға юғалып ҡалалар.
– Һин ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын да тамамлағанһың. Ни өсөн унда инергә булдың?
– Ни эшләптер бәләкәй саҡтан ике юғары белемем булырға тейеш тип уйлай инем, ошо теләгем тынғы бирмәне. Шуға ла сәнғәт институтында уҡығанда башҡорт филологияһы факультетына
уҡырға индем. Бында белем халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен тағы ла төплөрәк өйрәнергә ярҙам итте.
- Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?
- Миңә ижад, сәнғәт, матурлыҡ менән бәйле бөтә нәмәләр ҙә оҡшай. Бөтә хеҙмәттәштәремдең ижады менән ҡыҙыҡһынып барам, бер спектаклде лә, концерттарҙы ла ҡалдырмайым. Тамаша ваҡтында үҙемә анализ эшләйем, тегеләй ярамай икән, былай кәрәк тип һығымта яһайым. Театрҙарға мин ял итер өсөн генә түгел, эшкә йөрөгән кеүек барам. Ул минең өсөн эҙләнеү, үҙ өҫтөңдә эшләү бит ул.
- Әлиә, буласаҡ тормош иптәшеңде нисегерәк күҙ алдына килтерәһең?
- Әлбиттә, беренсенән, ышаныслы булырға тейеш. Сәнғәтте аңлауы, мине хөрмәт итеүе, маҡсатлы, хәстәрлекле булыуы мөһим. Йәнә балаларымдың атаһы эсмәҫкә, тартмаҫҡа тейеш
- Талаптарың бик юғары һымаҡ. Ә ундай егет булмаһа?
- Буласаҡ!
- Күрәһең, үҙең шундай ғаиләлә үҫкәнһеңдер...
- Эйе, беҙҙең ғаиләгә иҫерткес эсемлектәргә урын юҡ. Байрам табындары һут, сәй менән үтә. Мин шундай мөхиттә үҫкәс, ундай алама ғәҙәттәре булған кешене аңлай алмайым, буласаҡ ғаиләм дә тап шундай булырға тейеш тигән ҡараштамын. Тағы беҙҙә дингә ихтирам ҙур ине. Өләсәйем беҙҙең менән йәшәгәс, уның һәр ваҡыт намаҙ уҡыуын ишетеп үҫтем, бергә мәсеткә йөрөй торғайным. Үҙем намаҙ уҡымаһам да, дингә ышанам, бына унынсы йыл ураҙа тотам.
-Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижадыңда һәм тормошоңда уңыштар теләйем.
Читайте нас: