Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 13:45

Ҡарттар йорто хужаһын ҡулған алғандар

Ҡарттар йорто хужаһы ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Әбйәлил районындағы фажиғәлә 11 кешенең һәләк булыуы хаҡында яҙғайныҡ инде.
Белорет район-ара тәфтиш бүлексәһе “Ҡарттар йорто" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе 43 йәшлек Рәсимә Мәхийәнова ҡулға алынған. Ул “яңылышлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешене үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Өй арестында ҡалдырыуҙарын һораһа ла, суд уны 2021 йылдың 15 февраленә тиклем тикшереү изоляторында тоторға ҡарар сығарған. Ҡарттар йорто хужаһы ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Читайте нас: