Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 00:25

Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде

Бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы бик ҙур булды.

Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде. Был – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фәнни берләшмәнән һәм йәмәғәтселектән ошо ваҡиғаға аңлатма биреүҙәрен һораны.

Башҡорт дәүләт университеты проректоры Азат Ғәлимханов:

— Быға тиклем республикабыҙҙа тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының булмауы ҙур етешһеҙлек ине.

Бөгөн ошо диссертация советы эшләй башланы. Бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы бик ҙур булды. Сөнки ул фән һәм юғары белем министрына Башҡорт дәүләт университетының диссертация советын булдырыу тураһында үтенесен хуплауҙы һорап яҙма мөрәжәғәт ебәрҙе. Был үтенес хәл иткес роль уйнаны. Эш шунда: әлеге ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығы диссертация советтарын асыуға ҡаты ҡарашта. Хәҙер диссертация советын асыу бик ҡатмарлы. Күп юғары уҡыу йорттары ошондай үтенестәр менән мөрәжәғәт килә, ләкин кире ҡағыуҙар күп.

Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар яҡларға була. Был квалификациялы кадрҙар, яңы фән кандидаттары, яңы фән докторҙары әҙерләргә мөмкинлек бирә.

Гөлназ Йосопова, Башҡорт телен һаҡлау фонды етәксеһе:

— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының асылыуы – бик шәп яңылыҡ. Хәҙер беҙҙекеләргә Мәскәүгә барырға кәрәкмәй, бында яҡларға мөмкин.

Читайте нас в