Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 18:25

Һеркәһе һыу күтәрмәй

Улы әсәһен яндыра.

Ҡот осҡос хәл Туймазы районында теркәлә. Ҡатын өйҙәшенең өйөнә улын ҡунаҡҡа саҡыра. Эске ваҡытында йортта тауыш ҡуба. Әсәй кеше улының елбәҙәклегенә йәне көйә. Бер ҡайҙа ла оҙаҡ эшләй алмайынса, елкәһе йоҡаҡ булыуына төрттөрә.
Ялҡаулығы менән бергә, теге әҙәмдең елкәһе лә һыу күтәрмәгән була. Әсәһе менән теге ирҙең әүен баҙарына китеүен көтә лә, ғәзизенә иретмә шыйыҡса һибә. Башта ир уянып, уның ябай һыу ғына һибәлер тип уйлай. Әммә тегеһе шырпы ла сыйып ебәргәс, эштең ҙурға киткәнлеген аңлап ҡала. Ул ваҡытҡа ялҡын уты үҙенә яҡынлашып килгәнен тойоп, теге ҡатын да йоҡоһонан уяна. Бешә башлағас, түҙмәй тышҡа йүгереп сыға.
Унда уға һыу һибеп, көскә ҡотҡарып алып ҡалалар. Оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятып сыҡҡас, улына хөкөм ҡарары сығаралар. Әсәһенең һорауы буйынса, алты йылға ғына хөкөм итәләр.
Читайте нас: