Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 20:59

Стәрлетамаҡта ковид госпитале асылды

Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын күпкә нығытасаҡ.

Бөгөн Стәрлетамаҡта 10 октябрҙә төҙөлә башлаған клиник-диагностик инфекция үҙәге асылды. Уны төҙөүгә Башҡортостан бюджетынан 2,19 миллиард һум аҡса тотонолдо.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм төҙөүселәрҙе ҡотларға республика Башлығы Радий Хабиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин һәм башҡалар килде.
“Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда беҙ тиҙ арала берләшеп, заманса, сифатлы, ныҡ кәрәкле дауаханалар төҙөй алабыҙ. Дөйөм алғанда, йыл ауыр булды, бюджет ҙур көсөргәнеш кисерә, шуға ҡарамаҫтан, беҙ бындай күп һаулыҡ һаҡлау объекттарын сафҡа индергәнебеҙ булманы. Быйыл беҙ онкодиспансерҙың хирург корпусын тапшырҙыҡ, кардиодиспансер төҙөлөшө әүҙем бара, балалар гемотология һәм онкология үҙәге төҙөлә башланы, РКБ поликлиникаһы һәм ике районда поликлинка, хоспистар төҙөлә. Был бурысты һаулыҡ һаҡлау һәм тәү сиратта табиптарға бирергә тейешбеҙ. Бөгөн улар каронавирусҡа ҡаршы көрәш фронтында алғы рәттә торалар, уларҙың күбеһе сирләгәндән һуң, беҙ күп юғалтыу кисерҙек. Беҙҙең алда пландар ҙур. Рәсәй Президенты һәм хөкүмәте ҡарары буйынса республиканың 2025 йылға тиклем үҫеш алыуы өсөн беренсе звено медицинаһына 16 миллиард һум тиерлек аҡса бүленә.
Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын күпкә нығытасаҡ. Беҙ пандемиянан көсһөҙләнеп түгел, ә күпкә көслө һәм ышаныслы сығырға тейешбеҙ”, — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: