Учалы районының Баттал ауылындағы ҙур янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәштәр урамындағы йортта фажиғә бөгөн була. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, майҙаны 56 квадрат метр булған бүрәнә йортто тотош ут солғап алға. Янғынды тулыһынса 20:13-тә һүндереп бөтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүндереү барышында көл аҫтынан ике үлгән кешене табалар: 1959 йылғы ҡатын һәм 1968 йылғы ир. Белгестәр әле янғын сәбәптәрен асыҡлай.