40 йәште үткәрергә мөмкин түгел тигән әйтемдәрҙе һәр беребеҙҙең ишеткәне барҙыр. Йәнәһе, уны үткәрһәң, күңелһеҙ хәл килеп сығасаҡ. Быға ышанып, күптәр байрам итеүҙән тыйылып тора. Ысынлап та яраймы? Ҡазандағы "Шамил" мәсете имам-хатибы Мәхмүт Шәрәфетдинов әйтеүенсә:
– Дин китаптарында уны үткәрергә ярамай тигән аңлатмалар юҡ. Бындай әйтемдәргә ышанырға ярамай. Үҙем 40 йәшлек тыуған көнөмде үткәрҙем. Аллаға шөкөр, иҫән-һау, һис бер төрлө кире хәл лә булманы, йәшәүемде дауам итәм. Быйыл, алла бирһә, 42 йәшем тула, тине.