Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу шахтаһында киске сәғәт 11 тирәһендә тау тоҡомо ишелеп төшә. Һөҙөмтәлә бер эшсе зыян күргән. Уның аяғы һына, танауы һәм уң яҡ ҡашы яралана. Әле ҡазаға тарыусы Аҡъяр район үҙәк дауаханаһында ята.Ирҙең хәле уртаса ауырлыҡта, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә.