Ут күршебеҙ Татарстанда була был шатлыҡлы хәл. Ошо йылдың 20 ғинуарында Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән ҡатын Сафия һәм Кәбирә исемле ҡыҙҙарға ғүмер бүләк итә. Ә йылдың һуңғы айында, 20 декабрҙә ул йәнә бер сабыйҙы донъяға тыуҙыра. Малайға Сәйед тип исем ҡушҡандар.