Социаль объект төҙөлөшө 2019 йыл аҙағында башланғайны. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Капиталь төҙөлөш идаралығы. Был оҙаҡ көтөлгән балалар баҡсаһын төҙөү ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында мөмкин булды.
Балалар баҡсаһында универсаль зал, музыкаль һәм спорт күнекмәләре өсөн бина, тағы медицина, аҙыҡ-түлек блогы һәм башҡалар урынлашҡан. Балалар баҡсаһы биләмәһенда уйын майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары бар.