Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 22:04

Хәйруллиндар төрмәлә нисә йыл ултырасаҡ?

Башҡортостандың Юғары суды хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

25 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда суд Луиза Хәйруллинаны ғәйепле тип таныны һәм уны биш йылға иркенән мәхрүм итте. Марат Хәйруллин енәйәтте ойоштороуҙа ғәйепле тип танылды, ул алты йылға иректән мәхрүм ителде.

Шулай уҡ «Россельхозбанк»тың 25 455 862,50 һум күләмендәге зыянды ҡаплау тураһында дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелде.
Бөгөн, 22 декабрҙә, Башҡортостандың Юғары суды хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы, хөкөм ителеүселәрҙең һәм уларҙы яҡлаусыларҙың апелляция ялыуҙары ла ҡәнәғәтләндерелмәне.
Читайте нас: