Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 23:28

Радий Хәбировты бүләкләнеләр

Радий Фәрит улы был миҙалға ниндәй хеҙмәте өсөн лайыҡ булды?

Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник бөгөн үҙенең указы менән Радий Хәбировты ЛХР-ҙың “Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләне. Радий Фәрит улы был наградаға тыныслыҡты, ЛХР менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергәне, ярҙам һәм булышлыҡ күрһәткәне, тарихи иҫтәлекте, мираҫты һаҡлағаны өсөн, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы лайыҡ булды.
Әйткәндәй, былтыр 11 майҙа республика Башлығы Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылына, Башҡортостандың ҡаһарман улдарының береһе, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һуғышҡан һәм һәләк булған төбәккә сәфәр ҡылғайны. Ул легендар комдив һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының 200-ҙән ашыу яугире ерләнгән туғандар ҡәберлегенә сәскә һалғайны.
Читайте нас: