Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 15:54

Ихатала шашлыҡ ҡыҙҙырырға яраймы?

Бының өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк?

Йорт хужаһы усаҡ яғып, шашлыҡ йәки башҡа ризыҡ бешерергә хоҡуҡлы, шул уҡ ваҡытта ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Әлбиттә, муниципалитеттар, төбәк власы органдары көндәр ҡоро, эҫе торғанда йәки көслө ел иҫкәндә үҙҙәренең ҡатыраҡ талаптарын ғәмәлгә индерергә мөмкин", - тип белдерә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, усаҡты йорттан – 20 метр, мангалда утты – 10 метр, айырым осраҡтарҙа ете метр алыҫлыҡта яғырға рөхсәт ителә. Ҡул аҫтында янғын һүндереү өсөн кәмендә бер биҙрә һыу булырға тейеш.
Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың сарлаҡтарында һәм аҫҡы ҡаттарында шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау тыйыла. Балкондарҙа һәм лоджияларҙа һүндерелмәгән шәм, тәмәке ҡалдырырға ярамай.
Читайте нас: