Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 15:46

Картанан аҡса урлайлар

Уҙған йыл Башҡортостанда банк карталарынан 8,3 миллион һум юғалған.

Уҙған йыл Башҡортостанда банк карталарынан 8,3 миллион һум юғалған. Быйылғы йылдың яртыһында был һан иһә 7 миллион булған.
– Нигеҙҙә, аҡса юғалтыуға ниндәйҙер юғары технологиялар түгел,ә халыҡтың бер ҡатлылығы сәбәпсе. Карта тураһындағы мәғлүмәтте бер кемгә лә әйтергә ярамағанын иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Виртуаль карта йәки электрон ағса янсығы яһап, унда тотоноу өсөн генә кәрәк ҡәҙәр аҡсаны һаҡларға мөмкин. Был осраҡта счетығыҙҙың паролдарын белһәләр ҙә, юғалтыу артыҡ ҙур булмаясаҡ. Ә смартфонда вирусҡа ҡаршы вирусҡа ҡаршы программалар торорға тейеш, – тине Башҡортостандың Милли банкы етәксеһе Марат Кашапов.
Читайте нас: