Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 15:45

Мөлкәтте боҙҙоңмо? Ҡулға алыуҙары ихтимал

Тәҙрәләрҙе кем бысратты?

Быйыл Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса төбәк программаһына ярашлы, күп фатирлы 697 йортта 2180 подъезд төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә 215 меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Ике йылда республиканың ҡала, райондарында алты меңдән ашыу подъезд ремонтланды.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр программала ҡатнашыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һәм әүҙемлек күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта дөйөм йорт мөлкәтен аяуһыҙ боҙоу, емереү, вандализм осраҡтары милекселәрҙе борсоуға һала. Ҡайһы саҡта подрядсылар объекттан сығып та өлгөрмәй, подъезд стеналарында йәмһеҙ яҙмалар, һүрәттәр барлыҡҡа килә.
Мәҫәлән, Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы 62/3-сө йорт подъезында ремонт яһаған эшселәр төшкө ашҡа сыҡҡан арала ниндәйҙер әҙәмдәр тәҙрәләргә, яңы ғына буялған стеналарға, иҙәнгә һоро буяу түгеп киткән. Бындай хәлдәр күптән түгел генә ремонт яһалған Рабкоров урамындағы 2/3-сө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 5-се йортта һәм башҡаларҙа ла күҙәтелә.
Шул уҡ ваҡытта дөйөм йорт мөлкәтен боҙған өсөн Рәсәй ҡануниәтендә административ, гражданлыҡ-хоҡуҡи, милеккә етди зыян килтерелгән осраҡта хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Башҡортостандың төбәк операторы юрисконсульты Давид Шәйхетдинов әйтеүенсә, зыян кимәле матди эквивалентта баһалана, мәҫәлән, мөлкәткә 2500 һумдан түбәнерәк күләмдә зыян килһә, тәртип боҙоусыға 2500 һум штраф һалыныуы йәки уның 15 тәүлеккә административ ҡулға алыныуы ихтимал. Дөйөм мөлкәткә күрәләтә ҙур зыян килтергән өсөн байтаҡ штраф һалыныуы, холоҡ төҙәтеү эшенә ебәреүҙәре, ике йылға иректән мәхрүм итеүҙәре, ә инде милекте яндырған, шартлатҡан өсөн биш йылға хөкөм итеүҙәре мөмкин.
Әйткәндәй, әгәр һеҙ ошондай тәртипһеҙ ғәмәлдәрҙең шаһиты булһағыҙ, “112 хеҙмәте”нә шылтыратырға тәҡдим ителә.
Читайте нас: