Түбәнге Новгородта билдәле эшҡыуар Вячеслав Тимофеевтың ҡатынын атып үлтереү һәм урында уҡ үҙенә ҡул һалыуы тураһындағы хәбәр тотош илде тетрәтте. Ә бит был трагедиянан ҡасып булыр ине. Әгәр ҙә тәртип һаҡсылары ваҡытында ҡатындың ялыуҙарына, күҙ йәштәренә ышанып, алдан сараһын күрһә.
Ярты йыл самаһы Татьяна полиция бүлегенең тупһаһын тапай. Ирҙең ҡул күтәреүен, төрлөсә кәмһетеүҙәрен әйтә. Тегеләре иһә: “Айырылышмағанһығыҙ икән, тимәк, ир менән ҡатын араһында була торған сираттағы ыҙғыш”, - тип кенә ҡул һелтәйҙәр. Үлтереш көндө, эшҡыуарҙың хәләл ефете, айырылышыуға ғариза биргән була.