Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 22:27

Яңы йыл табынындағы иң зарарлы ризыҡ ниндәй тип уйлайһығыҙ?

Байрам табынына үләндәр һалынған салаттар әҙерләү файҙалыраҡ

Гастроэнтеролог, диетолог Ирина Бережная Яңы йыл табынына әҙерләнә торған ризыҡтарҙың һаулыҡ өсөн иң зыянлыһы атаған.
Күп итеп майонез һалына торған салаттар, мәҫәлән, ғәҙәттәгесә Яңы йыл табыны түрендә була торған оливье, организм өсөн иң зыянлыһы һанала. Оҫта сыр, сәтләүек һәм майонезды иң зарарлыһы тип атай. «Был бик ҡатмарлы продукттар», — тип әйтә ул.

Табип тауыҡты ҡыҙҙырмай, ҡоро емештәр йәки еләк-емеш менән духовкала бешерегә кәңәш итә. Яңы йыл табынына үләндәр һалынған салат ҡуйып, уға соусты ҡуйыу бер ни яҡшы тип һанай ул.
Гастроэнтеролог һүҙҙәренсә, табындағы ашамлыҡтар еңелсә булһа, күп ашауҙың зыяны ла аҙыраҡ була.

Яңы йыл табынындағы иң зарарлы ризыҡ ниндәй тип уйлайһығыҙ?
Байрам табынына үләндәр һалынған салаттар әҙерләү файҙалыраҡ.
Читайте нас: