Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 09:10

2021 йылда коронавирус артҡа сигенерме?

Владимир Путин беҙҙәге медицина башҡа күп илдәрҙекенә ҡарағанда көслөрәк булып сыҡты, тип билдәләне.

2021 йылда коронавирус бер ҡайҙа ла китмәйәсәк. Әммә хөкүмәт хәҙер уның эҙемтәләрен кәметеү юлдарын белә, тип белдерҙе Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков. Ул шулай уҡ Рәсәй пандемия осоронда һынманы, был афәткә лайыҡлы ҡаршы тора алды, тине.
17 декабрҙә үткән матбуғат кәңәшмәһендә Владимир Путин беҙҙәге медицина башҡа күп илдәрҙекенә ҡарағанда көслөрәк булып сыҡты, тип билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, РФ Ҡытайҙа барған хәл-ваҡиғаларға ваҡытында иғтибар итте һәм тәүге тулҡынға әҙерлекле булды. Бигерәк тә медицина учреждениелары тиҙ арала ҡабаттан профилләштерелде, тине. Әйткәндәй, һуңғы тәүлектәрҙә коронавирус менән сирләүселәр һаны 27 500-гә етте, ә дөйөм арыусыусылар һаны - 2933753.
#ВладимирПутин
Читайте нас: