Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 18:39

Ғаилә йортһоҙ ҡалғайны

Республика Башлығы ярҙамһыҙ ҡалдырманы

Балаҡатай районының Кәркәй ауылында октябрь айында булғайны был фажиғә. Ете бала тәрбиәләгән Әлиә Рәхмәтуллинаның йортонда электр сымы төҙөк булмау сәбәпле янғын сыға. Уларҙы
ваҡытлыса күршеһе йәшәргә индерә. Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хабиров бойроғо менән республика Хөкүмәте уларға йорт һатып алыу өсөн 650 мең һум аҡса бүлде.
“Радий Фәрит улына, район һәм ауыл хакимиәтенә, хәйриә фондына,
шәхси эшҡыуар Дмитрий Топычканов ҙур рәхмәтемде белдерге килә”, – килә ти бәхетле хужабикә.
Читайте нас: