Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 20:45

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына...

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был һунар ысулы бурҙы тоторға ла ярҙам иткән.

Омск ҡалаһында йәшәүсе бер иргә уның менән осрашып йөрөгән гүзәл зат ҡунаҡҡа килә. Хужа әүен баҙарына киткәс, ҡунаҡ асҡыстар бәйләменән кәрәклеһен табып сейфты аса һәм 50 мең һум аҡсаға, ҡиммәтле алтын беләҙеккә айыу майы һөртә.
Ауыҙы бешкән ир, теге ҡараҡты тағы ла саҡыра. Ултыра торғас, теге сценарий ҡабатлана. Тик был юлы алдан уҡ махсус ҡуйылған ҡапҡанға уғрының ҡулы эләгә һәм йорт хужаһы ла йоҡоға һалышҡан ғына була.
Читайте нас: