Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 00:35

Эш хаҡын икеләтә арттырыу бурысы ҡушылды

Коронавирус шарттарында был ғәҙел буласаҡ.

Табиптарға икеләтә түләүҙәр тураһындағы ҡарарҙы, шул иҫәптән коронавирус буйынса хәүеф өсөн Президент түләүҙәрен, президент “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдиме буйынса ҡабул итте, тип хәбәр итә ТАСС.
Шул уҡ ваҡытта ул, Хеҙмәт кодексы коронавирус менән көрәшкә йәлеп ителгән медиктарға бындай өҫтәмә түләүҙәрҙе һәм эш хаҡын күтәреүҙе күҙалламауына иғтибар итте.
“Ошоға бәйле, исмаһам оҙайлы Яңы йыл байрамдарында был социаль түләүҙәрҙе икеләтә түләргә кәрәк”, – тине президент, бының социаль күҙлектән ҡарағанда ла, ғәҙеллек күҙлегенән ҡарағанда ла нигеҙле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып: медицина хеҙмәткәрҙәрен вакциналау әле башланды ғына, шунлыҡтан улар “әле тулыһынса һаҡланмаған”.
«Быны эшләргә кәрәк, Хөкүмәттән был эште ойоштороуҙы һәм мөмкин тиклем тиҙерәк тейешле ҡарар ҡабул итеүҙе үтенәм», — тип мөрәжәғәт итте Владимир Путин.
Читайте нас: