Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 20:40

Киләһе бизнес-ҡоролтайҙа сит илдәрҙәге эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеге тураһында әйтелде

«Эшҡыуарҙар беҙгә «Башҡорттар ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлек итә аламы?» тигән һорауҙы йыш бирә.

Киләһе бизнес-ҡоролтайҙа сит илдәрҙәге эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеге тураһында әйтелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, сит илдәрҙәге йүнселдәр менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн нигеҙ бар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия ойошторған йомғаҡлау кәңәшмәһе «Башҡортостан Республикаһы иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә һанлаштырыу, кооперация һәм эске туризм тармаҡтары ҡатнашлығы» темаһына арналды. Сарала БР министрлыҡтары һәм ведомстволары, эшҡыуарҙар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.
«Эшҡыуарҙар беҙгә «Башҡорттар ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлек итә аламы?» тигән һорауҙы йыш бирә. «Башҡорт бизнесы», «башҡортса эшҡыуарлыҡ» тигән төшөнсәләрҙә беҙ күберәк этник түгел, ә территориаль мәғәнәне күҙ уңында тотабыҙ. Беҙ башҡорт традицияларын, башҡорт продуктының юғары сифатын һаҡлау буйынса эш алып барабыҙ», — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: