Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 22:25

“Теләктәр шыршыһы” балаларҙы ҡыуандыра

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары - икешәр, ә министрҙар берәр кешенең теләген үтәй.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған һәм етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға, өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Теләктәр шыршыһы” махсус Яңы йыл акцияһы дауам итә.
22 декабрҙә унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Р.Х. Моратов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары Р.Р. Әбдрәхимов, А.Ш. Бадранов, сауҙа һәм хеҙмәттәр министры А.Н. Гусев, дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Г.В. Разумикин, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе М.В. Ульчев, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Р.Т. Хәбибов, мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры А.Н. Шельдяев ҡатнашты. Улар шыршынан теләктәр яҙылған шарҙарҙы алды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары - икешәр, ә министрҙар берәр кешенең теләген үтәй.
Мәғлүм булыуынса, 17 декабрҙә Башҡортостанда Яңы йыл акцияһын төбәк Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәргәйне. Хәйриә сараһында шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт Аппараты ағзалары, ҡала округтары һәм муниципаль район башлыҡтары, шулай уҡ теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Акцияның сайтына Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың теләктәрен 28 февралгә тиклем үтәйәсәктәр.
Фото: "Бәйләнештә".

Читайте нас: