Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 09:25

Йәнә бер крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килде

Өс-дүрт йыл элек йәш фермер 15 гектар пай ерендә мал аҙығы культуралары үҫтерә башлаған.

Быйыл Әлшәй районында йәшәүсе Нәфис Нәсхетдинов үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Бөгөн ул бойҙай, арпа һәм башҡа культуралар өсөн сәсеү майҙаны хәстәрләй. Өс-дүрт йыл элек йәш фермер 15 гектар пай ерендә мал аҙығы культуралары үҫтерә башлаған. Күптән түгел фермер 88 гектар ерҙе арендаға алып, “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә 1 миллион 980 мең аҡса отоп, был аҡсаға барлыҡ кәрәкле техника һатып алған. Шулай итеп, Әлшәй районында йәнә бер ныҡлы крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: