Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 22:20

Ата-әсәләрен өйҙә һирәк күргәндәр ҡыуанып ҡалды

Шулай ҙа балалар өсөн Яңы йыл байрам булып ҡалырға тейеш.

«Әлеге ваҡытта ковид госпиталдәренең барлыҡ хеҙмәткәрҙәре ныҡ ҡыҙыу эшләй. Шуға күрә лә беҙҙең акция ата-әсәләрен өйҙә һирәк күргән балалар өсөн бәләкәй генә һөйөнөслө сюрпиз буласаҡ», - тип белдерҙе "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Табиптар әйтеүенсә, уларға бындай ҡатмарлы көндәрҙә ярҙам күрһәтеү бик мөһим булып тора. Улар бүләктәр өсөн рәхмәт ирекмәндәргә белдерҙе.
Быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында күмәк кешеләр ҡатнашлығында барлыҡ саралар кисектерелде, ауырыу йоҡмаһын өсөн айырым тыйыуҙар эшләй.Шулай ҙа балалар өсөн Яңы йыл байрам булып ҡалырға тейеш. Тәмлекәстәрҙән тыш, тағы ла бер бүләк бирелде – 8 ғинуарҙа үтәсәк «Летучий Голландец» мюзиклына табиптар ғаиләләре менән килә аласаҡ. Уны "Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр үҙәге ошйоштора.

Читайте нас: