Санкт-Петербургта Яңы йыл алдынан 24-се һанлы маршрут автобусын йөрөтөүсе водитель һәм кондукторы халыҡҡа үҙенсәлекле байрам кәйефен бүләк итеү сараһын тапҡан. Улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейемендә йөрөйҙәр, автобусты биҙәгәндәр һәм унда һәр ваҡыт дәртле көйҙәр яңғыраталар. Туҡталыштарҙа халыҡты бейетеп тә алалар, ти.