Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 11:40

Кемдең теше боҙолған?

Бында хәҙер бигерәк уңйлы!

Дәүләкән балалар һәм стоматология поликлиникаларының төрлө урындарҙа урынлашыуы борсой ине.
Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Дәүләкәндә бихисап эш башҡарылған. Ул бер нисә этаптан торған. Тәүҙә элекке терапия корпусына ремонт эшләгәндәр, унда хәҙер балалар поликлиникаһы, өлкәндәр һәм бәләкәстәр өсөн стоматология, физиотерапия бүлеге урынлашҡан.
Яңыртылған бина барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә. Һәр категория өсөн айырым инеү урындары булдырылған. Бөгөнгө эпидемиологик хәл ваҡытында был бигерәк тә көнүҙәк. Пациенттар өсөн гардероб, уңайлы регистратура, төрлө процедуралар кабинеттары ла булдырылған.
Был эштәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Дауахананың баш табибы Айҙар Салауатов әйтеүенсә, был ҙур эштәр ике йыл дауамында башҡарылған, күсеү алдынан етди әҙерлек үткәндәр.
Читайте нас: