Яңы йыл каникулы осоронда, 2 ғинуарҙа, “Ҡанатлы калейдоскоп” конкурсы ойошторола. Ул ике өлөшкә бүленгән.
Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем иһә теләге булған һәр кем “Оҫта орнитолог” онлайн-викторинаһында ҡатнашып, орнитология буйынса белемен баһалай ала.
– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса саралар экология өлкәһендәге яңы йүнәлештәре үҫтереүгә булышлыҡ итә, мәҙәниәтте үҫтерә. Беҙ тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, сөнки киләсәк быуындың тормошо шуға бәйле, – тине республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” төбәк проектына булышлыҡ итеү нигеҙендә ойошторола. Һәр номинацияла еңеүселәр, призерҙар билдәләнә. Уларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.