Һамар ҡалыһының Ирек урамындағы йорт фатирында пенсионер ҡатындың мәйете табылған. Уның кәүҙәһе фатирҙа йыл ярымға яҡын ятҡан...
Шаһиттар хәбәр иткәнсә, ул инвалид улы менән бергә йәшәгән. Ир һөйләгәнсә, уның әсәһе 2019 йылдың 19 августында уҡ үлгән. Ләкин аҡсаһы булмау сәбәпле уны ерләй алмаған. Шуға күрә келәмгә төрөп, бүлмәлә тотҡан.