+29 °С
Болотло
Дәүләкән районы Поляковка ауылынан Йәсмин Яңы йылға һеңлеһенә йорт хайуаны бүләк итеүҙәрен теләгән. Кескәй ҡыҙҙың һыйыр һөтөнә аллергия булғас, Йәсмин яңы йыл теләге итеп кәзәне һайлаған, сөнки һеңлеһенә кәзә һөтө эсергә ярай.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулығына хәүеф янаған өлкән йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителгән. Башҡортостандан акцияның сайтына 500 -ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы 28 февралгә хәтлем бойомға ашырылырға тейеш.