Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 14:11

"Мин һиңә хыянат иттем!"

Яңы йыл теләктәре тормошҡа ашманы

Яңы йыл корпоративтары башланды. Яңы йылда яңы бәхеттәр,ҡыуаныстар теләп, бокалдар күтәрелә. Үкенескә ҡаршы, республикала был ғаилә өсөн байрам ҡот осмалы фажиғә менән тамамланды.

Бер ҡатын корпоративтан ҡайтҡас, иренә хыянат итеүен әйткән. Низағтан һуң, ғаилә башлығы балаларын кейендергән дә өйҙән сығып киткән. Шунан ВАЗ-2115 машинаһына ултырып, билдәһеҙ яҡҡа юл тотҡан. Ҡатыны уның хушлашыу яҙыуын тапҡас, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Машина ирҙең тыуған яғында - Дәүләкән районында видеокүҙәтеү камераларына эләкән. Бер нисә сәғәттән һуң автомобилде баҫыуҙа тапҡандар. Унда өс мәйет ятҡан. Ир балаларының ғүмерен ҡыйғас, үҙенә ҡул һалған.

Урында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй. Билдәле булыуынса, балалар газ менән ағыуланған.

Сабыйҙарға ни бары бер һәм алты йәш булған. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: