Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 21:25

Өфөләге Яңы йыл шыршыһы – илдә иң бейеге

Уның бейеклеге күпме?

Өфөнөң Ленин майҙанындағы Яңы йыл шыршыһы – Рәсәйҙә иң бейеге. ТурСтат порталы быйыл иң бейек «ысын» яңы йыл шыршылары булған Рәсәй ҡалалары рейтингы менән таныштырҙы.

Мәскәүҙә Кремлдең Йәмиғ майҙанында, Санкт-Петербургта Һарай майҙанында һәм Өфөлә Ленин майҙанында Яңы 2021 йылға иң ҙур шыршылар урынлаштырылды.

«Ысын» яңы йыл шыршыһының бейеклеге буйынса тәүге ун ҡала иҫәбендә – Өфө (30 метр), Мәскәү (25 метр), Санкт-Петербург (25 метр), Сыктывкар (23 метр), Углич (Ярославль өлкәһе, 21 метр), Данков (Липецк өлкәһе, 20 метр), Владимир (18 метр), Брянск (13,5 метр), Череповец (13 метр) һәм Пенза (12 метр).

Читайте нас: