Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 00:00

Ярҙам кәрәк булһа.

Бындай көндәрҙә алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәрәк

Һауа шарттары боҙолдо. Яуым-төшөм көсәйҙе. Тап шуға ла Башҡортостан автоинспекцияһы водителдәр һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен һорай. Бындай көндәрҙә юл-транспорт фажиғәләре ике тапҡырға күберәк теркәлгән. Шуға күрә ҡаланан йыраҡҡа китмәү хәйерле булыр.
Юлда ауыр хәлдә ҡалғандар автоинспекция бүлексәләренә тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итә ала. Ярҙам йәки эвакуатор кәрәк булһа – 8 347 237-02-02 телефоны буйынса Өфөләге дежурный бүлеккә, республика буйынса 8 347 235-84-02 һандарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: