Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 09:05

Ил башлығының да шәхси тормошҡа хоҡуғы бар

Халыҡ өсөн уның нисек эшләүе һәм эшмәкәрлегенең ниндәй һөҙөмтәләр килтереүе мөһимерәк булырға тейеш

Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков ил лидерының тормошо сер түгел, тине. Президент ҡыҙҙарының тормошо хаҡында әйтеп бармай икән, ул быны үҙенең шәхси тормошона ҡарата артыҡ иғтибар теләмәүҙән сығып эшләй. Ә былай, уның тормошонда бер нидәй ҙә сер юҡ, ил президентының ҡайҙа эшләп, ҡайҙа йәшәгәнен барыһы ла белә, шулай уҡ ҡыҙҙары барлығы ла мәғлүм. Халыҡ өсөн уның нисек эшләүе һәм эшмәкәрлегенең ниндәй һөҙөмтәләр килтереүе мөһимерәк булырға тейеш, тине Дмитрий Песков. Шулай уҡ ил башлығыныңда шәхси тормошҡа ла хоҡуғы бар, тип билдәләне.
#ВладимирПутин.
Читайте нас: