Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 23:32

Салауат Юлаев проспектындағы мәсет ҡасан төҙөлөп бөтәсәк?

Был хаҡта Радий Хәбиров нимә тине?

Салауат Юлаев проспектындағы мәсетте төҙөп бөтөргә әлегә аҡса юҡ, тип яуапланы Башҡортостан Башлығы брифинг барышында яңғыраған һорауға. «Бының өсөн күп аҡса кәрәк, халыҡ өсөн мөһим социаль объекттарға тотонорға мөмкин булған ресурстарҙы төҙөлөшкә йүнәлтмәйем. Ҡасан да булһа ул төҙөлөп бөтөр, әлбиттә», — тине Радий Хәбиров.
Өфөгә нигеҙ һалыусыларға һәм баш ҡала үҫешенә өлөш индергән шәхестәргә һәйкәл ҡуйыуҙың көнүҙәклеге тураһында һорауға республика етәксеһе был тема менән ҡала властары шөғөлләнергә тейешлеген әйтте. «Мәҫәлән, генерал Шайморатов һәйкәле – шәхси проектым, шуға күрә бының менән үҙем шөғөлләнәм».
Читайте нас: