Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 14:40

Ауылдарға интернет үткәреү дауам итәсәк

Был заман талабы.

Республика Башлығының матбуғат конференцияһында интернетҡа ҡағылышлы һорауҙарҙың күп булыуы тәбиғи ине. Сөнки уҡыу йорттарында дистанцион уҡыуҙар башланғас, күп ауылдарҙа был юҫыҡта проблемалар килеп сыҡты.

– Беҙ “Ростелеком” менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Компания менән бәләкәй ауылдарҙы ла интернет менән тәьмин итеү өсөн вышкалар төҙөрөүгә килештек. Әле был проект тормошҡа ашырылыу өҫтөндә. Ул төбәктәге хәлде һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай ҙа, һис шикһеҙ, республиканың барлыҡ биләмәһен сифатлы интернет селтәре менән тәьмин итеү өсөн даими эшләйәсәкбеҙ. 2021 – 2022 йылдарҙа күпселек ҙур ауылдарға интернет етәсәк.

Читайте нас: