Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 19:25

«Беҙ урман башҡорто буламыҙ...»

Башҡортостан халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрестәр, класс сәғәттәре, викториналар, конкурстар, күргәҙмәләр ойошторола.

Ғинуарҙа билдәле шағир, мәғрифәтсе, ғалим, дин эшмәкәре, Ҡара Табын ырыуы вариҫы Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тула (1826-1889).
Байрам саралары 8 ғинуарҙа шағирҙың тыуған яғында, Тәтешле районында, башлана. Иң тәүҙә Иҫке Соҡор ауылындағы Ғәли Соҡоройҙың йорт-музейында мемориаль таҡтаташ асыла. Ҡунаҡтар өсөн мәсеткә һәм шағирҙың ҡәберенә, Үрге Тәтешле ауылындағы шағирҙың тормош юлына һәм ижадына арналған күргәҙмәгә экскурсия үткәреү ҡаралған.
Төшкө сәғәт өстә Үрге Тәтешленең Үҙәк майҙанында «Әсән Хан вариҫтары» тип аталған концерт башлана. Ҡунаҡтарға «Табын ырыуы тарихы» театрлаштырылған күренеше тәҡдим ителә. Сарала «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң һәм музыкант Зәйнетдиндең ҡатнашыуы көтөлә.
14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ғиниәтулла Ҡунафин онлайн тәртиптә «Ғәли Соҡорой шиғриәтендә донъяуи мотивтар» лекцияһын уҡыясаҡ. Ғөмүмән, Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы республиканың һәр мәғариф учреждениеһында билдәнәсәк. Мәктәптәрҙә декабрь башында уҡ Башҡортостан халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрестәр, класс сәғәттәре, викториналар, конкурстар, күргәҙмәләр ойошторола башлаған.
21 ғинуарҙа БР Милли архивында шағирҙың 195 йыллығы айҡанлы онлайн түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, Тәтешле районының крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, республикала Тәтешле районының тарихы урындары буйынса туристик маршрут төҙөлә – унда Ҡара Табын ырыуының күренекле шәхестәре Әсән Хандың, Ғәли Соҡоройҙың, Ғәрифулла Кейековтың ҡәберлектәре индерелә. Уның проекты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фондының гранттар конкурсында ҡатнашасаҡ.
  • Читайте нас: