"Эскән килеш транспорт менән идара итеү юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу ул, ҡайһы ваҡытта фажиғәле хәлгә илтә. Эскән, наркотик ҡулланған килеш рулгә ултырып, һеҙ үҙегеҙҙе генә түгел, юлдағы башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Эскәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс рулгә ултырырға мөмкин тигәнгә ышанырға ярамай. Иң яҡшыһы – бер тәүлек транспортҡа ултырыуҙан тыйылыу. Үҙегеҙ теләгән ергә йәмәғәт транспортында барырға йәки такси менән барырға мөмкин. Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең аңлауығыҙға, хуплауығыҙға ышанам. Хәүефһеҙ юлдар теләйем!" – тип водителдәргә мөрәжәғәт итте ул.