Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 14:05

Өфө матурланасаҡ әле

Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында нимә тип әйтте?

Һәр кем яратҡан баш ҡалабыҙҙың матур һәм төҙөк булыуын теләй. Республика Башлығы матбуғат конференцияһында Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерләнеү хаҡында белдерҙе.
- Төп ниәттәребеҙҙең береһе – Октябрь революцияһы урамында йәйәүлеләр өсөн юл төҙөү. Беҙ максимум программаһы эшләнек, ул 50 миллиард һум тәшкил итә, ә минимум программаһы 20-25 миллиард һум. Федераль бюджет килемдәренең дә ауырлыҡтары бар, шуға күрә был аҡса өсөн күп йүгерергә тура киләсәк, ә бөтәһе ни бары өс төҙөлөш йәйе генә ҡалды. Өс йыл бик көсөргәнешле буласаҡ, әммә беҙ бар көсөбеҙҙе һалабыҙ һәм барыһыла килеп сығасаҡ, - тине Радий Фәрит улы.

Читайте нас: