Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 00:03

Республика Башлығы ғаиләһендә кемде көтәләр?

Радий Хәбиров олатай булырға ла өлгөргән.

Алып барыусылар белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөнгө матбуғат конференцияһында йәшерен темалар юҡ. Етәксе бөтәһенә лә яуап бирергә әҙер.
Шуға күрә конференцияла Башлыҡтың шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙар ҙа байтаҡ. Улар башлыса халыҡтан социаль селтәрҙәр аша килде.
Әлеге ваҡытта Радий Хәбировтың ғаиләһендә бәпес тыуыуы көтөлә. Шуға күрә ошоға бәйле һорауҙар күп. Кешеләрҙе тыуасаҡ баланың енесе һәм һайланасаҡ исем ҡыҙыҡһындырҙы.
– Һеҙҙең ғаиләлә бәпес тыуыуын көткәнегеҙҙе беләбеҙ. Кем тыуасаҡ? – тип һоранылар Башлыҡтан.
– Бала көтәбеҙ, – тип кенә яуап бирҙе Радий Фәрит улы һәм тыуасаҡ баланың енесен әйтмәүҙе хуп күрҙе.
Шулай уҡ уның башҡа балалары тураһында ла һорауҙар бар ине. Радий Хәбиров белдереүенсә, уның тәүге ғаиләһенән ике өлкән ҡыҙы бар, әле Каринэ Владимировна менән ул үҫтерәләр. Шулай уҡ Каринэның улы бергә йәшәй.
– Белһәгеҙ, мин олатай булырға ла өлгөрҙөм. Ике ейәнсәрем бар. Ғаиләбеҙ ҙур, шөкөр, – тине Радий Фәрит улы.
– Улығыҙ менән аралашып өлгөрәһегеҙме? – тигән һорау булды.
– Өлгөрмәйем. Йәкшәмбе көнөн улыма һәм ғаиләмә арнарға тырышам, – тине ул.
Матбуғат конференцияһы барышында тағы шул асыҡланды: Радий Хәбировҡа галстукты ҡатыны Каринэ һайлай икән. Ә Яңы йылды улар өйҙәрендә Өфөлә ҡаршыларға йыйына.
- Шифаханаға барырға тигән уй бар ине, тик өйҙә ҡалырға булдыҡ. Теләһә ҡайһы ваҡытта бала табыу йортона китеү мөмкинлеге бар, шуға өйҙә, - тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбировтан нисә тел белеүе тураһында һоранылар.
- Башҡорт һәм рус теле. Башҡорт телен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгәнемсә яҡшы түгел. Шулай уҡ инглиз һәм төрөк телдәре, - тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: