Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙенсәлекле марафонда ҡатнаша ала. Яңы йылға билдәләгән маҡсаттарығыҙҙы, теләктәрегеҙҙе махсус яҙып, 2021 метр араны йүгереп уҙырға кәрәк. Ул мотлаҡ тормошҡа ашыр, сөнки һаулыҡ-сәләмәтлек булғанда барлыҡ хыялдарҙың ысынбарлыҡҡа әүерелеренә өмөт бар!
"Вәғәҙәләр марафоны" Өфөлә һәм башҡа район-ҡалаларҙа йыл һайын ойошторола. Шулай уҡ күп ауылдарҙа саф һауала матур саралар, спорт ярыштары үтәсәк. Кисәге мул табындан ҡалған тәмлекәстәр менән сәй эсегеҙ ҙә, саңғыла шыуырға, урамда йөрөргә сығабыҙ. Саф һауала күтәренке кәйеф бүләк итә!