Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 13:25

Батып барыусыны үҙҙәре кейгән салбарҙары ярҙамында ҡотҡаралар

Балыҡсылар, һаҡ булығыҙ!

Тверь өлкәһендә ике йәш егет юлда китеп барғанда яҡындағы йылғала батып барыусының ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡалалар. Ул балыҡсы була һәм боҙ аҫтына китә. Йәштәр юғалып ҡалмай. Үҙҙәрендәге салбарҙарҙы сисәләр ҙә, уларҙы бер-береһенә бәйләп батып барыусыға ырғыталар. Балыҡсы иһә яһалма “арҡан” ярҙамында ҡороға аяҡ баҫа ала.
Читайте нас: