Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 15:20

Хөрмәтулла Үтәшев китап яҙған

Башҡортостандың халыҡ артисы Яңы йылды шатлыҡлы ваҡиға менән ҡаршы алды.

- Шатлығым менән уртаҡлашам! "Китап" нәшриәтендә минең "Таштуғайҙың ике батыры" исемле атайым һәм минең ижадыма бағышланған китап донья күрҙе. Яңы йыл алдынан оло бүләк! Китаптың редакторҙары: Динара Салауат ҡыҙы Ҡәйүмоваға, Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваға оло рәхмәтемде еткерәм! - тип яҙған Хөрмәтулла ағай.
Хәйбулла районының ике шәхесе тураһындағы бай йөкмәткеле, матур биҙәлешле был баҫма ғинуар айында һатыуға сыға.
Читайте нас: