Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 16:29

Ғәли Сокоройҙоң тыуыуына 195 йыл

Күренекле башҡорт шағирына арналған саралар йыл дауамында уҙғарыласаҡ.

Уның иң тәүгеһе 2021 йылдың 8 ғинуарында шағирҙың тыуған төйәге - Тәтешле районында уҙа. Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡорой Йорт-музейы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Сара ҡунаҡтары өсөн экскурсия ойошторла - улар мәсетте ҡараясаҡ һәм Ғәли Соҡорой ерләнгән урынға барасаҡ, шулай уҡ Үрге Тәтешле ауылындағы район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ғәли Соҡоройҙоң тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә менән танышасаҡ. Район үҙәгендәге майҙанында "Асан Хан тоҡомо" тип аталған концерт программаһын күрһәтелә, унда "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө һәм Zainetdin шоу-проекты ҡатнаша.
14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин онлайн-форматта "Ғәли Соҡорой шиғриәтендәге донъяуи мотивтар" темаһына лекция уҡый. Шулай уҡ белем биреү ойошмаларында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр ойоштороласаҡ. 21 ғинуарҙа иһә БР Милли архивында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Унда республика ғалимдары һәм уҡытыусылар, Тәтешле районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре ҡатнаша. Сара онлайн-форматта ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостанда Тәтешле районының тарихи урындары — Ҡара Табын ырыуы шәхестәре Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейековтың ҡәберлектәре буйынса туристик маршрут төҙөү буйынса эш башланы. Проектты Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранттары конкурсына биреү күҙаллана.
Читайте нас: