Иҫке йылдың һуңғы төҫө булып
Киткән менән килер араһында
Уҙғандарым менән киләсәгем
Күңелемдә ҡушылып яңғырай.
Яңырмаҫлыҡ булып иҫкерәмен,
Иҫкермәҫлек булып яңырам.
Әле һүнәм, әле гөлтләп янам,
Ергә һеңәм, күккә ашамын.
Иҫке йылдың һуңғы моңһоу төнөн,
Яңы йылдың дәртле йәш таңын.
Йөрәгемдә бергә йөрөтәмен,
Өҙөлөм төштө ғүмер ағасынан
Миңә насип тағы бер йылым.
Кәметмәне был йыл дошманымды,
Алып китте аҫыл дуҫтарҙы.
Йәшәлгәнгә бер йыл өҫтәлһә лә,
Йәшәләсәк бер йыл ҡыҫҡарҙы.