Төнгө ун икенән иртәнге алтыға тиклем республиканың төрлө бала табыу йорттарында ун биш сабый донъяға килгән. Алты малай һәм туғыҙ ҡыҙ бала.
Тәүгеләрҙән булып, төнгө беренсе яртыла, Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҡыҙ бала был яҡты донъяға тәүге ауазын һала.
Үткән йылы, Яңы йыл төнөндә, егерме сабый тыуған. Ун бер малай һәм туғыҙ ҡыҙ.