Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 15:26

Яңы йылды яңыртылған бинала...

28 декабрҙә төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын асыу тантанаһы уҙҙы.

- Театрҙа елләтеү, янғын һүндереү, йылытыу системалары, һыу үткәрес өлөшләтә яңыртылды. Фойела, ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрҙә ремонт яһалды, яңы ултырғыстар ҡуйылды. Сәхнә ҡорамалы – ут, тауыш, сәхнә механикаһы яңыртылды. Биләмә өлөшләтә төҙөкләндерелде, урам пандустары модернизацияланды, насар күргәндәр өсөн тактиль плитә түшәлде. Театрға ингән урында яңы яҡтылыҡ диодлы экран урынлаштырылды. Ғинуарҙан спектаклдәр Ҙур сәхнәлә күрһәтелә башлай, — тип хәбәр итте театр директоры Иршат Фәйзуллин.
Кисәнең тантаналы өлөшөндә театрҙы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы. Ниһайәт, награда үҙенең геройын тапты: театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. Театрҙың ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Артабан тамашасылар театр артистары ҡатнашлығындағы концерт программаһы ҡараны.
Читайте нас: