Көндөҙгө ун икелә, республиканың бөтә ҡала-райондарында, “Вәғәҙәләр марафоны - 2021” үтте. Өфөнөң “Ҡаруанһарай” сауҙа-күңел асыу майҙанында ғына 1200 кеше ҡатнашты. Йүгереүселәр 2021 метр алыҫлыҡҡа уҙышты.
Күптәр был спорт байрамына төрлө әкиәт геройҙарын һынландырған костюмдарҙа килә.
Быйыл был сара Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылды тип әйтергә лә була. Сөнки Сүриә, Иран, Һиндостандан килгән БДМУ-ның студенттары ла ҡатнашты.