Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2021, 15:52

Зауыҡлы биләмәләр йылында нимәләр эшләнгән?

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан башҡарылған эштәргә отчет бирҙе.

2020 йылда республика муниципалитеттарында 180 саҡрым тротуар һалынған, 330 мең квадрат метр газон эшләнгән, 8 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған, 103 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Бөрө, Ишембай, Бәләбәй ҡалаларында Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса конкурста еңгән проекттар тормошҡа ашырылған.
“Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 380 ихата төҙөкләндерелгән. Республика программаһы буйынса 2180 подъезд йүнәтелгән. 1452 күп фатирлы йортта капиталь ремонт яһалған. “Таҙа һыу” проекты буйынса Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта ике һыу үткәреү объекты төҙөлөшө дауам итә.
Төҙөкләндереү буйынса эштәр яңы 2021 йылда ла дауам итәсәк, тип белдерҙе республика етәксеһе.
Читайте нас: